Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Салауатова Ә.Д. сайты

Йәкшәмбе, 22.04.2018, 01:49

Һеҙҙе тәбрикләйем Ҡунаҡ | RSS | Төп бит | Регистрация | Инеү

Главная » 2015 » Декабрь » 17 » Яңы китаптар донъя күрҙе.
08:17
Яңы китаптар донъя күрҙе.

Әҙәбиәт йылы уңайынан тип әйтеп тә булмайҙыр, әммә, Аллаға шөкөр, башҡорт телендә китаптар сығып тора. 
С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйә­бу­ла­товтың ижадына, тормош юлына арналған биб­лиографик бе­леш­мәне Ә. Вәлиди исе­мендәге Милли китапхана әҙерләп, нә­шер иткән. Унда әҙиптең яҙыусылыҡ эшмә­кәрле­генә ҡа­ғы­лыш­лы матбу­ғатта, әҙәби йы­йынтыҡ­тар­ҙа, ки­тап­тарҙа өс телдә (башҡорт, татар, урыҫ) ба­ҫылған бай материал туп­ланған. “Ирек Кинйәбу­ла­тов­тың әҫәр­ҙәре”, “Ирек Кинйә­бу­ла­тов­тың тормошо һәм ижады тураһында әҙә­биәт” ә бүлектәренең исемдәре үк үҙе хаҡында һөйләп тора. Баш һүҙ рәүешендә Ҡ. Арал­баев­тың, Ә. Хә­бировтың, Р. Әх­мә­ҙиев­тең, Т. Кил­мө­хә­мәтовтың мәҡә­ләләре бирелгән. Йыйынтыҡ ша­ғирға арнал­ған шиғыр­ҙар, фотоматериалдар менән байытылған. Белешмә әҙиптең эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ижади сәфәр күрһәткесе була ала.
Башҡорт прозаһына үҙенсәлекле әҫәре – “Яңы башҡорт” романы — ме­нән килеп ингән Флүр Ғә­лимов был юлы ла беҙҙе яңы образдары менән таң ҡалдырмаҡсы, ахырыһы. Уның “Аҙғын тәүбәһе” три­логияһы З. Биишева исе­мендәге “Китап” нәш­риә­тендә ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Трилогияның төп геройы, Салауат Юлаев тоҡомо, рәссам Салауат Байғазин тормош мә­ғәнә­һенә әүе­рел­гән кеше­ләрен бер юлы юғалта. Шул уҡ ваҡытта совет иле менән бергә идеалдары, инаныс-өмөттәре, барлыҡ донъяһы емерелә. Ошо ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеп сығырға? Автор бәндәнең барлыҡ кисе­рештәрен өс өлөштән торған китапҡа һыйҙы­рырға тырышҡан. Уҡып ҡарайыҡ. Әйткәндәй, әҫәр “Ағиҙел” журналында ла баҫылды.
Балалар яҙыусыһы Сә­­­р­үәр Ғәләүетдиновтың “Семәрле беләҙек” (“Ажурный браслет”) китабы ике телдә донъя күргән. Хал­ҡы­быҙҙың ғө­рөф-ғәҙәт­тәре, йолалары, йәнлек-ҡоштар, үҫем­лектәр ­донъяһы, башҡорт хал­ҡының милли аш-һыуы, һауыт-һабаһы тура­һында автор шиғри йо­маҡтар тәҡдим итә. Был йы­йынтыҡ уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн бик ҡы­ҙыҡлы булыр, моғайын. Уҡы­тыусылар ҙа уны эш барышында файҙалана ала.

Просмотров: 423 | Добавил: salavatova78 | Рейтинг: 1.5/2
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:

Википедия

Сайтҡа инеү

Календарь

«  Декабрь 2015  »
ДшШшШршКйЙмШбЙкб
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031

Һорауға яуап бир

Оцените мой сайт
Всего ответов: 75

Әйҙә, аралашайыҡ!

hауа торошо

Статистика


Онлайн всего: 1
Ҡунаҡ 1
Хужа 0