Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Салауатова Ә.Д. сайты

Шишәмбе, 21.11.2017, 12:53

Һеҙҙе тәбрикләйем Ҡунаҡ | RSS | Төп бит | Исследовательские работы | Регистрация | Инеү

Ғилми - тикшеренеү эштәре.

Презентация Мустай Карим https://cloud.mail.ru/public/JWhx/XpgwPdNQN

“МӨХӘМӘТСӘЛИМ ӨМӨТБАЕВ – ФОЛЬКЛОРСЫ”

Гайсина Л.Р. 11а класс, МБОУ лицей №94

Советского района городского округа город Уфа РБ

Руководитель Салаватова Алима Дамировна

 

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев филология өлкәһендә күп яҡлы эштәр башҡара. Беренсе сиратта ул үҙен фольклорсы һәм әҙәбиәт белгесе итеп таныта. Борондан килгән йола буйынса “аҫаба башҡортҡа” үҙ халҡының тарихын ғына түгел, рухи байлығын белеү ҙә мотлаҡ, ти Өмөтбаев.

Шуныһы мөһим: Өмөтбаев тарихи-этнографик хеҙмәттәрен, фольклор материалдарын урыҫ теленә тәржемә итеп тә баҫтыра. Шуның менән туған халҡының тарихына, томош-көнкүрешенә һәм рухи мәҙәниәтенә киң йәмғиәтселектең иғтибарын йүнәлтергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта ул башҡорттарҙы башҡа халыҡтарҙың тарихы, мәҙәниәт, фәнни-техник һәм әҙәби ҡаҙаныштары менән таныштырыуға ла ҙур әһәмиәт бирә.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың күп төрлө фәнни хеҙмәттәре араһында уның башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын – фольклорҙы йыйыу, уны баҫтырып сығарыу өлкәһендә күрһәткән хеҙмәте ҙур урын тота.

Халыҡ ижадын йыйыу, уны фәнни эшкәртеп баҫтырып сығарыу өлкәһендә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың хеҙмәте өс төрлө юл менән бара.

Һәр бер ҙур эш бәләкәстән, генә башланған кеүек үк,  Өмөтбаевтың халыҡтың ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыу, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу юлындағы оло эше бәләкәстән генә башланып китә. Ул 1883 – 1884 йылдар өсөн “Календарь” төҙөй. Календарь календарь инде – алдан уҡ көндәрҙең нисегерәк килеүенә ҡарап ҡайһы осорҙа ниндәй ашлыҡ сәсергә кәрәклекте лә, һунарсыларға һунар осорон, йылҡысыларға йәйләү башын да күрһәтергә кәрәк. Бер ҡараһаң, шул замандағы фән һәм техника нигеҙендә был башҡарып булмаҫлыҡ эш. Ләкин Өмөтбаев аптырап ҡалмай – ул халыҡҡа мөрәжәғәт итә.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тора-бара фольклор әҫәрҙәрен классификациялау дәрәжәһенә күтәрелә һәм аңлы рәүештә мәҡәл-әйтемдәрҙе, ҡобайыр, сеңләү, йыр өлгөләрен һәр береһен айырым-айырым туплай башлай.

Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын йыйыу һәм баҫтырыу өлкәһендәге иң күренекле эше булып уның “Справочная книжка уфимской губернии”(Өфө, 1883 йыл, 385-389 – сы биттәр) китабында баҫтырған “Башҡорт халҡының үләңдәре һәм йырҙары” тора.  Автор уларҙы 5 бүлеккә бүлгән һәм “үләң” тип атаған. Ысынында был “үләң” түгел, ә ҡобайыр өлгөләре. Өмөтбаев уларҙы тәүҙә башҡортса тексын урынлаштырған, шунда уҡ руссаға юлын-юлға тәржемә иткән.

 

Википедия

Сайтҡа инеү

Календарь

«  Ноябрь 2017  »
ДшШшШршКйЙмШбЙкб
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930

Һорауға яуап бир

Оцените мой сайт
Всего ответов: 68

Әйҙә, аралашайыҡ!

hауа торошо

Статистика


Онлайн всего: 1
Ҡунаҡ 1
Хужа 0