Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Салауатова Ә.Д. сайты

Шәмбе, 22.09.2018, 22:43

Һеҙҙе тәбрикләйем Ҡунаҡ | RSS | Төп бит | Методик ҡумта | Регистрация | Инеү

 

                                                    

 

5  класс презентация https://cloud.mail.ru/public/DHJo/MACUo1VHN

5 класс видеофильм https://cloud.mail.ru/public/GYc1/HcXBzzCZB

5 класс "Муса Гәрәев"(Башҡорт дәүләт теле)  ошонда баҫ

9 класс "Яҙ башланды" Я.Хамматов. Ҡылым "(Башҡорт дәүләт теле) ошонда баҫ

II Фестиваль родных языков и литератур народов стран ШОС и БРИКС, посвященный Году литературы в РФ и РБ презентация Пауло Коэльо   

 

«Роль родного языка в формировании и воспитании толерантной личности»

 В разных языках слово «толерантность» имеет сходное значение и является своеобразным синонимом «терпимости». Основные критерии «толерантности» и их показатели можно определить, исходя из определения самого понятия «толерантность» - активная нравственная позиция и психологическая готовность к терпимости во имя позитивного взаимодействия с людьми иной культуры, нации, религии, социальной среды.

 Цель уроков башкирского языка познакомить детей с историей, культурой, литературой, народным творчеством  башкирского народа, формировать интерес и уважение к нему; воспитать гражданственность, любовь к родному краю и Башкортостану; способствовать росту взаимопонимания и взаимоуважения в межнациональных отношениях, консолидации всех народов.

Среди задач, конкретизирующих цель уроков башкирского языка, можно отметить следующие:

- воспитать любовь к Башкортостану, к ее истории, людям, культуре, чувство сопричастности ко всем событиям, происходящим в ней;

-воспитать интерес, любовь и уважение к культурам народов, населяющих республику, выделить то, что объединяет их и стремиться на этой основе к консолидации народов;

 Большое внимание на уроках башкирского языка уделяется патриотическому воспитанию, направленному на формирование уважительного отношения к  Родине, родным местам, историческому прошлому, родной культуре, собственному народу и народам Башкортостана. Постепенно на уроках накапливаются знания о достопримечательностях, о знаменитых людях, внесших вклад в становление родного края. Знакомя детей с стихотворениями, рассказами, сказками о природе, о родном крае, учитель башкирского языка подчеркивает необходимость любить и уважать свою Родину, бережно относиться к природе родного края.

Стихотворения Мустая  Карима ,  Рашита Нигмати,  Рауиля Бикбаева, Рами Гарипова, Александра Филиппова и многих других писателей, поэтов – все они являются неотъемлемой частью воспитания у подрастающего поколения патриотических чувств.

В настоящее время перед всеми педагогами, в том числе и учителями башкирского языка, встает вопрос: как обеспечить  формирование толерантных качеств личности школьника в процессе поликультурного образования. В современной социокультурной ситуации школа, должна стать местом, где создаются благоприятные условия для межэтнического общения, где всем учащимся прививается уважение к своей культуре и культурам других народов.

 

6 класс уҡыусылары өсөн эш программаһы (башҡорт дәүләт теле)

2.Аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 70сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2сәғәт)

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2010.

Программа кимәле : базис.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:

1.               Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

2.               Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

3.               Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 94-се лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эшпрограммаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе  3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 

Башҡорт  теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының  дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа   “Башҡорт теле ” предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.  Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ,  башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң  төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән  уңыштарын  билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе;  үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

Уҡыу процесын ойоштороу формалары:

  • Дәрес-консультация
  • Практик дәрестәр
  • Эшлекле уйындар
  • Ярыш дәрестәре
  • Компьютер дәрестәре
  • Төркөмдәр менән эшләү
  • Ижади дәрестәр
  • Дәрес конкурстар
  • Әңгәмә дәрестәре
  • Дәрес уйындар
  • Дәрес конференциялар
  • Дәрес семинарҙар
  • Интеграцияланған дәрестәр
  • Предмет – ара дәрестәр
  • Дәрес экскурсиялар

 

Башҡорт теле предметы башҡа дәрестәр менән тығыҙ бәйләнгән:

  • Донъя әҙәбиәте һәм мәҙәниәте, бында башҡорт теле уҡыусыларҙы донъя халҡтарының рухи байлығына ылыҡтырыусы сара булып тора. Илһөйәр һәм башҡа халыҡтарға ҡарата толерант ҡарашлы шәхес итеп формалаштыра.
  • Рәсәй тарихы, йәмғиәтте өйрәнеү, география, бында башҡорт теле уҡыусыларҙы йәмғиәттең мәҙәни-тарихи тәжрибәһен аңлатыусы канал ролен башҡара.
  • Химия, физика, математика, ИКТ, информатика, бында башҡорт теле төрлө кимәлдәге белемдәрҙе һаҡлау формаһы булып тора, белемдәрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай.  Артабан юғары профессиональ кимәлде үҫтерә.
  • Риторика(телмәр культураһы), бында башҡорт теле аралашыу ҡоралы булып тора.  Аралашыу процесы аша  шәхес юғары социаль һәм профессиональ әүҙемлеккә өлгәшә.
  • Хоҡуҡ, бында башҡорт теле тормошта баланың  үҙ тотошоноң этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе булып тора. Уға төрлө осраҡтарҙы мораль яҡтан дөрөҫ  баһаларға ярҙам итә.

 

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

 

.Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын тһәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват, стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата;башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү;һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ  лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле  булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет  һөҙөмтәләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте  дауам итеүгә һәләтле булараҡ , функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы – предмет- ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу;телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау);танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай алыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү;библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан  кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып  уҡыу төрөн  һайлау; мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б);регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу.) Функциональ грамоталыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу  башҡорт теленең  төҙөлөшө һәм аралашыуҙың  төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына  һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө  ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу  баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ  кимләдә булырға тейеш.

 

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре. «Башҡорт (дәүләт) теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (дәүләт) теленән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади  һәләтлектәрен  һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә  дәүләт теленең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы  әһәмиәтен билдәләү;
  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; дәүләт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу  тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
  3. Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

 Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1.)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

Аудирование һәм уҡыу:

-телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование  менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);

- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгә компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон  ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

- һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү;уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

- стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

Һөйләү һәм яҙыу:

-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив)маҡсатын  билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

- тыңланған  йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

-төрлө стилдәрҙә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

-телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

-төрлө төрҙәге монологты(хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикетты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу, һ.б; төрлө төрҙәге диалогтарҙың берләшеүен) үҙләштереү;

-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

-телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

- уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу;йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу;үҙ тексыңды төҙәтеү һәм камиллаштыра  белеү;

-үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2)алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; дәүләт телен башҡа телдәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара(сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә ) ҡулланыу;

3)аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

 

6 класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметты, күренеште элементар рәүештә   һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты  шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу – тематик планы.

Тема

Сәғәттәр

  1.  

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп.

18

  1.  

Башҡортостан ере буйлап.

16

  1.  

Ҡыш дауам итә.

6

  1.  

 Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм тамғалары.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

4

  1.  

  Почта.Телеграф.Телефон.

4

  1.  

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

5

  1.  

 Башҡортостан йылғалары,күлдә Экология мәсьәләһе.                                                                                           

9

  1.  

   Бына тағы яҙ етте.

 

8

 

Барлығы

70

  1. Уҡыу предметының төп  йөкмәткеһе.

 Беҙҙе мәктәп ҡаршылай. Беҙҙең мәктәп.(18 сәғәт)

Һаумы мәктәп. Үтелгәнде ҡабатлау. Мәктәп. Я.Ҡолмой. Мәктәпкә тәү барған көн. Фонетика һәм графика. Осрашыу. Орфография. Файҙалы эштәр. Һүҙ – тел күрке. Ағас тел. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Аҙна көндәре. Сентябрь .Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Беҙ мәктәптә. Р.Сабитов.Белем иле. Мәктәп темаһын йомғаҡлау. Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш. Китапханала. Бишек йыры. Т.Ғәниева.Сәскәләр.

Йомғаҡлау.

Башҡортостан ере буйлап. (16 сәғәт)

Д.Булгакова.Тыуған ерем. С.Юлаев.Тыуған илем. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. В.Сидоров.Салауатҡа ғашиҡмын. Башҡортостан. Ә.Ихсан. Икмәк бөтә нимәгә баш. Көҙ. Сифат. Файҙалы ҡаҙылмалар. Янғантау. Башҡортостан ҡоштары. Сифат дәрәжәләре. Башҡортостан тәбиғәте. Тәбиғәт темаһын йомғаҡлау. Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан флагы. Һөйләй тарих биттәре.Синонимдар. Бына ниндәй егеттәр бар! Антонимдар. Ф.Рәхимғолова шиғырҙары. Омонимдар. Фразеологизмдар. Йомғаҡлау.

Ҡыш дауам итә. (6 сәғәт)

Ҡыш. Ғинуар. Б.Бикбай.Йомшаҡ ҡар яуа. Хәбәр һөйкәлеше.Ҡыш айҙары. Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.  Хыял. Ә.Бикташев. Айыу ниңә ҡышын йоҡлай?

 Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм тамғалары. Беҙ бөтәбеҙ ҙә йәйәүлеләр.

 (4 сәғәт)

Светофор. Б.Байым. Рәүеш.  Хәйерле юл. Теманы нығытыу. Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш. А.Игебаев.Самолетта остом мин дә.

Почта.Телеграф.Телефон.(4 сәғәт)

Ҡылым. Ишәк, эт, бесәй, әтәс. (әкиәт). Ҡылым һөйкәлештәре. Уҡыуҙа ла, ялда ла бергә. Иң боронғо газета.  Ҡотлау яҙыу.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. (5 сәғәт)

 Нимә ул дуҫлыҡ? Кем дуҫ? Д.Фәтихова. Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала. Әсәйемдең тыуған көнө. Йыр. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.            

Башҡортостан йылғалары,күлдәре.  Экология мәсьәләһе. (9 дәрес)       

     Икенсе Швецария. Ағиҙел буйында. Урал таштары. В.Э.Меос. Сәғәт. Ябай һәм ҡушма һандар. Төп һәм рәт һандар. Магазинда.  Бүлем һәм йыйыу һандары.  Сама һәм кәсер һандары.  Сама һәм кәсер һандары.  Теманы нығытыу. Контроль диктант.Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан тураһында ниҙәр беләбеҙ.                                                              

Бына тағы яҙҙар етте.(8 сәғәт) 

    Яҙ етте. Терпе балаһы. Кеше һәм үҫемлектәр. Йәшел  аптека. Ҡоштар ҡасан ҡайта. Йәй. М.Сиражи. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Тест. Кластан тыш уҡыу. Башҡортса фильм ҡарау. Йомғаҡлау.

                                             

                                                     5.   Әҙәбиәт

  • Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 6-сы синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. һ.б. – Өфө: Китап, 2010.
  • Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап.
  • Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.
  • Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003.
  • «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
  • Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
  • Мостай Кәрим ижадында милли тәрбиә нигеҙҙәре. Вәлиев И.И. – Өфө, Китап, 2005.
  • Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
  • Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

 

 

Интернет ресурстар:

http://www.bashkortostan.ru (Башҡортостан республикаһының рәсми мәғлүмәт порталы)

http:tv-rb.ru/ (Тамыр проекттары, телевизион тапшырыуҙар.)

http://huzlek.bashgort.com/ (онлайн һүҙлек)

http://www.kitap-ufa.ru/ (китаптар тураһында белешмә)

http://edok.bashnl.ru/HomePage (Башҡортостандың мәҙәни тормошо)

http://www.bashinform.ru/bash (Яңылыҡтар)

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт  теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Контроль диктанттар.

I сирек

Мәктәп.

Йәйге каникулдар бөттө. Иртәгә беренсе сентябрь.    Мәктәптәрҙә уҡыуҙар башлана.    Балалар мәктәпкә барырға әҙерләнә.  Улар мәктәпте, иптәштәрен һағынып өлгөргән.  Уҡыу йылына ата-әсәләр ҙә әҙерләнә, улар ҙа тулҡынлана.  Улар балаларына яңы кейемдәр, уҡыу кәрәк-яраҡтары: китап, дәфтәр, ҡәләм, ручка, юйғыс, линейка, фломастер кеүек бик күп нәмәләр һатып ала.

 Сентябрь -  тәүге уҡыу көнө, байрам. Шуға күрә уҡыусылар уҡытыусыларына бүләккә матур-матур сәскәләр ҙә килтерҙе.

 

II сирек

Илем – Башҡортостан.

Башҡортостан- бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ!  Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

 Беҙ йәшәгән ерҙең  ҡуйынындағы байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ.  Нефть һәм газ тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме  - бөтәһе  бар был ерҙәрҙә.

 Ул ҡиммәтле тиреле хайуандарҙы, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан

 

III  сирек.

  1.  

  Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа  автобустар, троллейбустар,  трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй.

Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар.

 Кешеләрҙең  һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона.  Светофорҙа  ҡыҙыл, һары, йәшел төҫтәр бар. Улар бер-береһен алмаштырып торалар.  Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда, йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин.  Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата.  Был бөтә ерҙә лә шулай.

 

 

 

 

             

                   

 

                                                               

                                    

Википедия

Сайтҡа инеү

Календарь

«  Сентябрь 2018  »
ДшШшШршКйЙмШбЙкб
     12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Һорауға яуап бир

Оцените мой сайт
Всего ответов: 75

Әйҙә, аралашайыҡ!

hауа торошо

Статистика


Онлайн всего: 1
Ҡунаҡ 1
Хужа 0